
21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө республикабыҙ мәктәптәре, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы майҙансыҡтарында 112-се башҡорт кавалерияһы дивизияһы командиры М.Шайморатовтың 120 йыллығына арналған башҡорт, рус, татар, удмурт, сыуаш, мари телдәрендә диктант яҙыу ойошторола. Учалы районы мәктәптәре майҙансыҡтары 21 февраль көнө 12 сәғәттә акцияла ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһын да ҡабул итергә әҙер. Бөтә мәктәптәр ҙә был акцияла ҡатнашыу өсөн теркәү үттеләр.