Home » Рубрики » 21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө

21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Ғалим — фольклорсы, әҙәбиәтсе  Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған “Минһажетдинов уҡыуҙары-2020” муниципаль конкурсынан

Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең

5- се класс уҡыусыһы Лоҡманова Алтынай.

“Мәңгегә халыҡ хәтерендә…”

       1934 йыл, 18 май. Гүзәл тәбиғәтле Учалы райо­нының Ҡобағош ауылында йәшәүсе Хәләф һәм Мәүзифа Минһа­жетдиновтарҙың ғаиләһенә оло ҡыуаныс өҫтәп, баһадир кәүҙәле малай донъяға килә. Был бәһлеүән малай буласаҡ күренекле ғалим — педагог, әҙәбиәт күгендә йондоҙ булып балҡыр фольклорсы Марат Минһажетдинов була. Бәләкәйҙән уҡыуға зирәк Марат үҙ ауылындағы беренсе баҫҡыс мәктәбен тамамлағас, бишенсе класты ауылдарынан алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше Ҡаҙаҡҡол ете йыллыҡ мәктәбендә дауам итә.

       Ҡәһәрле 37 — се йылда ең һыҙғанып балаларға белем биреп йөрөгән, наҙанлыҡты бөтөрөү өсөн, совет власы, колхоздар төҙөү өсөн бөтә көсөн һалған Хәләф Минһажетдинов ҡулға алына. Өс йәшлек малай атаһының ҡайҙа юғалғанын аңламай ҙа әле. Мәүзифа инәй итәк тулы алты бала менән шулай яңғыҙы тороп ҡала. Был ваҡытта уға ни бары утыҙ алты ғына йәш була. Алдынғы ҡарашлы, көслө ихтыярлы, оло йәрәкле әсә иренең кәңәшен тотоп, бөтә балаларының да төплө белем алыуҙарына ирешә. Хәләф ағайҙың һуңғы һүҙҙәре : “Малдарҙы тотоноп булһа ла, балаларҙы кеше итергә тырыш”, — була.  Ауыр һуғыш йылдары, ашарға аҙыҡ булмауға ҡарамаҫтан, Марат та атаһының изге юлын дауам итергә тырыша.  Өйҙә лә ҙур ярҙамсы була, мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. 1954 йылда Белорет педагогия училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Әсә кешенең ҡыуанысының сиге булмай был мәлдә. “Эх, аталары ғына күрә алманы шул… “ — тип уфтанып та ала.

Мараттың хыялы — математик булыу.  Ләкин яҙмышына уның филолог булыу яҙған була.  Был турала үҙе һуңынан көлөп иҫкә ала:

— Бына шулай,  егеттәр,  Өфөгә  математика уҡытыусыһы булам тип килеп,   филолог  булырымды  башыма  ла индермәгәйнем. Хәҙер үкенмәйем,  үҙ урынымды таптым,  шикелле, — ти ул.

Шулай итеп, Башҡорт педагогия институтының филология факультетын да “отлично”ға тамамлай. Тырыш, зирәк егет бында ла һынатмай — Сталин стипендиаты була.  Волейбол  йыйылмаһы командаһында уйнай,  төрлө    йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

 Һәр яҡтан өлгөр Марат факультет, тотош университет тормошонда ҡайнап йәшәй. 1959 — 1962  йылдарҙа  Башҡорт  дәүләт университеты аспиранты  булараҡ уҡыуын дауам итә,    диссертация яҡлап,   ғалим-фольклорсы   булыу дәрәжәһенә ирешә. Хеҙмәт юлын үҙе уҡып сыҡҡан университет стеналары эсендә башлай.  Бик   күп  уҡый,  эҙләнә,  көндәлектәр  алып  бара,  әҙәби – фәнни мәҡәләләр яҙа. Бер үк ваҡытта халыҡ  ижады гәүһәрҙәрен ныҡлап өйрәнеү,  тикшереү эшенә тотона.  Туған  тел,  әҙәбиәт,  мәҙәниәт,  мәғариф,  халыҡ ижады донъяһында  ҡайнап йәшәй,  тынғыһыҙ  рәүештә көнө – төнө  алһыҙ — ялһыҙ эшләүе уның  һаулығының ҡаҡшауына алып  килә.     

1972 йылда ул докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ул  “Башҡорт халҡының әкиәт эпосы” темаһына арналған була. Ләкин был ҙур эште аҙығына алып барып еткерә алмай … 1972 йылдың 18 майында утыҙ һигеҙ йәше генә тулған була әле уға. Июнь айында Баймаҡ районында, студенттар менән барған фольклор экспедицияһында ғүмере өҙөлөп ҡала…

    Беҙ мәктәптә Марат ағайҙың әсәһе Мәүзифа өләсәйҙең  һөйләүе буйынса баҫып сығарылған   “Ҡара көсөк”,  “Һунаҡ менән Имрәк”,  “Зирәк ҡыҙ” исемле әкиәттәрен уҡыйбыҙ. Миңә айырыуса  “Зирәк ҡыҙ” әкиәте оҡшай. Уны хатта беҙ сәхнәләштергәнебеҙ ҙә булды. Фәҡир генә ҡарттың аҡыллы, зирәк  ҡыҙы атаһын  үлемдән ҡотҡарып алып ҡалыуы күптәрҙе һоҡландыра.

   Учалы районының Ғәлиәхмәр ауылында тыуып — үҫкән әкиәт оҫтаһынан Марат ағай Минһажетдинов утыҙлап әкиәт яҙып алған. Был әкиәттәр беҙҙе  яҡшы, изгелекле кеше булырға, күп уҡырға, күп белергә, ямандан яҡшыны айыра белергә,  ололарҙы ололай,  кеселәрҙе  кеселәй  белергә өйрәтте.

   Шулай итеп, интернет селтәренән төрлө мәҡәләләр уҡып, әсәйем һөйләгәндәрен  тыңлап,  Марат  ағай  Минһажетдинов хаҡында бик күп нимәләр белдем. Беҙҙең районыбыҙҙан ошондай ҙур бөйөк ғалим сығыуы менән мин сикһеҙ ғорурланам!

  Ә хәҙер мин һеҙгә Марат Минһажетдиновтың  яҡты  иҫтәлегенә арнап яҙған шиғырымды тәҡдим итәм.

Ҡобағошта тыуып – үҫкән

Хәләф улы шуҡ Марат,

Өс йәшендә етем ҡала

Әсә(й) күҙенә ҡарап.

Был ваҡытта әсәһенә

Утыҙ алты йәш була.

Алты баланы йәлләп,

Күҙҙәремә йәш тула.

“Балаларҙы нисек тә

Кеше итергә тырыш!”-

Һуңғы һүҙен Хәләфенең

Һүҙ итә ҡатын – ныҡыш.

Атаһының изге юлын

Дауам итә сос Марат.

Әсәһенең йылы һүҙе

Егеткә ҡуя ҡанат.

Математик булыу уның

Булһа ла хыялында.

Ғалим — фольклорсы булыу

Яҙған шул яҙмышына.

Марат ағай лекцияһын

Студенттар ярата.

Халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен

Күңеленән тарата.

Ни бары утыҙ һигеҙҙә

Өҙөлә ғүмеркәйе,

Онотмай, онотмаясаҡ

Уны тыуған еркәйе!

Приём заявлений в первый класс

По вопросам приема в первый класс работает телефон "горячей линии" с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
Телефон "горячей линии" 8(34791)61486

«Телефон доверия»

Прием обращений граждан по "телефону доверия" осуществляется с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
"Телефон доверия" 8(34791)61486