Home » Рубрики » 21 февраль көнө Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә.

21 февраль көнө Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә.

         Учалы районы мәктәптәрендә Туған телдәр байрамын тантаналы билдәләү матур йолаға әүерелгән. Бөгөн Илсе урта мәктәбендә уҙғарылған күркәм сара  хөрмәтле яҡташыбыҙ, шағир,сәсән, яҙыусы М.Б. Ямалетдиновтың ижадын өйрәнеүгә бағышланды.

 Байрам тантанаһында яҙыусының проза әҫәрҙәрендә халыҡ ижады өлгөләренең урынлы ҡулланылыуын өйрәнеп фәнни -эҙләнеү эштәре менән сығыш яһаған Учалы ауылы башҡорт гимназияһынан Ғәниева Камилланын, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбенән Ғәбитов Фәрухтың, Мулдаҡай урта мәктәбенән Йәшелбаева Сәриәнең, Илсе урта мәктәбенән Шәһивәлиева Алһыуҙың  эҙләнеү эштәре юғары баһа алды.

Илсе урта мәктәбе уҡыусылары  М.Ямалетдиновтың проза әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе оҫта  сәхнәләштереүе,шиғри әҫәрҙәрен  тасуири уҡып  юғары оҫталыҡ менән  башҡарыуҙары байрам сараһының бәҫен арттырҙы,сарала ҡатнашыусыларҙың рухын күтәрҙе.

 Байрам тантанаһында уҡыусыларҙың юғары оҫталыҡ менән сығыш яһауҙары туған телебеҙҙең ысын мәғәнәһендә мәңгелек йыр булып быуындан быуынға күсә барған  ҡиммәтле  рухи хазинабыҙ барлығын тағы бер тапҡыр иҫбатланы

Приём заявлений в первый класс

По вопросам приема в первый класс работает телефон "горячей линии" с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
Телефон "горячей линии" 8(34791)61486

«Телефон доверия»

Прием обращений граждан по "телефону доверия" осуществляется с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
"Телефон доверия" 8(34791)61486