#БашкортТелейылы#. Вәлиди уҡыуҙары» сиктәрендә уҡытыусылар араһында «Дәрес эшкәртмәләре» һәм «Кластан тыш саралар эшкәртмәләре» номинациялары буйынса конкурс иғлан ителгәйне. Был конкурсты башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары Ассоцияцияһы үткәрҙе. Ошо көндәрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр, призерҙар билдәләнде.
«Дәрес эшкәртмәләре» номинацияһында
конкурстың еңеүсеһе — Солтанова Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы, Учалы районы Илсе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Афарин, ҡотлайбыҙ!