Home » Рубрики » Ғалим — фольклорсы, әҙәбиәтсе Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған “Минһажетдинов уҡыуҙары-2020” муниципаль конкурсынан

Ғалим — фольклорсы, әҙәбиәтсе Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған “Минһажетдинов уҡыуҙары-2020” муниципаль конкурсынан

21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Учалы районы  ССГ  Ж.Ғ.Сөнәғәтуллин исемендәге

                                       Иманғол урта мәктәбенең 11 класс  

                                       уҡыусыһы Филалов Илнур

Исеме-халыҡ хәтерендә.

Әкрен генә китап биттәрен асам. Әкиәттәр китабын. Борон-борон заманда йәшәгән, ти…

Үҙем дә һиҙмәҫтән тылсымлы сихри донъяға инәм. Гәүһәр – яҡуттан  ҡылғандай тура, ике яғынан һөт, бал йылғалары аҡҡан, һандуғастар һайрап торған юл буйлап алға атлайым.

Ҡолағыма наҙлы тауыш ишетелгәндәй булды. Ҡапыл атлауымдан туҡтап, серле тауышҡа ҡолаҡ һалам.

  • Ҡайғырма, атай, — ти ҡыҙ. Донъяла иң ҡатыһы – йоҡо, иң йомшағы – ус, иң ҡәҙерлеһе – бала, тип яуап бирерһең, — ти.

Таныным мин уны. Ниндәй сихри матурлыҡ! Был һылыуҙа зирәк ҡыҙҙы таныйым. Минең күңелемде ҡыҙыҡһыныу, һоҡланыу, ғорурлыҡ хистәре соғап ала. Халҡымдың ҡотон һаҡлаусы ҡыҙы!

Юлым мине алға әйҙәй. Һәр осраған нәмә бында сихри.

Туҡта!… Анау ҡосаҡлашып торған әкиәт батырҙары – Ҡунаҡ менән Имгәкте – башҡортомдоң рух ҡаһармандары Бабич менән Рәмигә оҡшаттым мин. Улар гүйә халҡымдың быуаттар буйына килгән дуҫлығын, берҙәмлеген, татыулығын һәр ауырлыҡты иңгә – иң терәп ҡаршыларға әҙерлеген береһе икенсеһенә аманат итеп тапшырғандай тойолдо.

Бай менән осраштым мин юлымда. Ул мине урман төпкөлөнә ҡунаҡҡа алып китте. Беҙҙе һылыу, сабыр ҡатын ҡаршылай. Бер мәлгә ҡатып ҡалам… Һәҙиә… Халҡымдың ҡаһарман ҡыҙы Һәҙиәгә оҡшатам мин уны.

Барыр юлымдың осо – ҡырыйы күренмәй әле.  Ҡаршымда бәһлеүән кәүҙәле, ғорур, йөҙөнән сафлыҡ, ихласлыҡ бөркөлөп торған Марат ағай Минһажетдинов тора. Мине үҙ артынан әйҙәй ул.

Ауыл өйөнөң ишеген асам. Унда бер –береһенә етә килгән алты бала ғәжәйеп бер тылсымға бирелеп, әсәләре Мәүзифәнең һөйләгән әкиәт донъяһына сумған.

Әсәләре Мәүзифә Мәғәфүр ҡыҙының тасуирлауы аша балалары әкиәти мөхиттә ысынбарлыҡтың мөғжизәле бер өлөшө кеүек ҡабул итеп, тормошто яратып үҫәләр. Бәләкәй Марат батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, тоғролоҡ һәм яуызлыҡ тураһында йотлоғоп тыңлай, берсә уның йөрәге ярһып тибә башлай, берсә күҙенә йәш килә.

Ғүмере буйы үҙен әкиәт тылсымы, һүҙҙең арбау көсө оҙата барасағын белмәй. Әлегә белмәй, әммә халҡының быуындан быуынға иң ҡәҙерле хазина итеп тапшырыла килгән хыялдары, рухы, әсә теленең һүҙ ҡеүәһе баланың аңына ғүмерлеккә һеңеп ҡала.

Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Өс кенә йәшендә атайҙан ҡалһа ла, атаһына оҡшап, бик тырышып уҡый. Нәҫелдән килгән зирәклек арҡаһында, уҡыу еңел бирелә уға. Ҡобағош, Ҡаҙаҡҡол мәктәптәре, Белорет педучилищеһы, ҡыҙыл диплом күңелдәргә ғүмере буйы онотолмаҫ булып уйылған мәлдәр.

Теүәл фәндәрҙе яҡшы үҙләштерһә лә яҙмыш уны әҙәбиәт менән айырылғыһыҙ итеп бәйләй.

Эх, һинең менән күҙгә –күҙ ҡарашып һөйләшергә, серләшергә, кәңәшләшергә ине лә ул, Марат ағай.Әлегә мин яуабын таба алмаған һорауҙар, һорауҙар…

Анау хәтле дошмандарыңа ҡаршы торорлоҡ булғас, Уралым ҡаяларындай мәғрүр, ҡарағасыңдай ныҡ, ғорур, рухы менән дә иҫ киткес көслө батыр итеп алдыма килтерәм һине. Иң мөһим мәсьәләләрҙә лә үҙе түгел, халҡының киләсәген ҡайғыртҡан. Шулай булмаһа, Сталин лагерҙарының ғазаптарын кисергән Һәҙиә Дәүләтшина тормошона һәм ижадына диссертация яҙыр инеме? Был бит уның көслө рухлы әҙибәнең шәхесе менән тулыһынса тап килеүенән. Ул заманда Һәҙиә Дәүләтшинаға арнап яҙылған мәҡәләнең ни тиклем шау-шыу тыуҙырғанлығын, хатта әҙиптең ғүмеренә ҡурҡыныс янағанын күҙ уңында тотһаҡ, Марат Минһажетдиновтың ниндәй ҡаршылыҡтар аша үтеүен аңларға була. Ә был тик ысын ир-егеттәргә хас һыҙат!

Милләтем рухына, теленә йәшәү кәрәк! Үҫеп килгән быуын башҡортлоғон ғорур рәүештә таныһын өсөн, халҡыбыҙ хазиналарының саф инешенән эсеп үҫкән Марат уҡытыусы яҙмышын һайлай.

Бөгөнгөнө, киләсәкте тарихи тамырҙарға бәйләргә, меңәр йылдар буйы халыҡ күңелендә хазиналар булып йыйылған алтынға бәрәбәр рухи ҡомартҡыларҙы бала зиһененә еткереү өсөн “Башҡорт халыҡ ижады”ның әкиәттәргә арналған өс томын әҙерләй.

Ошо ҡыуаныстарҙың барыһын да ул намыҫлы йәшәү хоҡуғын һаҡлап ҡалыр өсөн ҡорбан итергә мәжбүр булған.

Ә мин юлымды дауам итәм. Марат ағайҙың рухы нәҡ әкиәттәгесә мине төндәрен, сағыу йондоҙ булып, аҙашҡандарға дөрөҫ юл күрһәтеп, күктә лә осор, һыуға ла батмаҫ, утта ла янмаҫ батыр халҡым рухы булып оҙата бара. Оҙата барып, туған телен, әҙәби мираҫын яҡлаусы, һаҡлаусы булараҡ халҡы хәтерендә мәңгегә уйыла.

Минең уйҙарымды ҡеүәтләгәндәй, өмөт, йәшәүҙең  үҙе булып, күктә һандуғас һайрап ебәрҙе.


Приём заявлений в первый класс

По вопросам приема в первый класс работает телефон "горячей линии" с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
Телефон "горячей линии" 8(34791)61486

«Телефон доверия»

Прием обращений граждан по "телефону доверия" осуществляется с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
"Телефон доверия" 8(34791)61486