9 ғинуарҙан 11 ғинуарға тиклем Өфө ҡалаһында Р.Ғарипов исемендәге БРГИ№1 базаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада уҙҙы. Олимпидала юғары һөҙөмтәләр күрһәткән еңеүселәрҙе һәм етәкселәрен ихлас ҡотлайбыҙ:
-Ляпичева Елена, Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Хужина Г.Н.)
Ғәлиева Альбина, Иманғол урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Мөбәрәкова А.Р)
Засова Аделина, Учалы ауылы башҡорт гимназияһының 11класс уҡыусыһы (уҡытыусыһы Хәкимова Г.А)
Быйылғы олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн яңылыҡтар ҙа булды . Дөйөм эштәр менән бергә “Башҡорт телен пропагандалау буйынса уҡыусыларҙың проект эше” тигән теманы яҡланылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада федераль олимпиадалар исемлегенә индерелгән. Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгән олимпиада еңеүселәренең дөйөм балына өҫтәмә балл ҡушыла.