Home » Рубрики » “Минһажетдинов уҡыуҙары-2020” конкурсынан

“Минһажетдинов уҡыуҙары-2020” конкурсынан

21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Поляковка урта мәктәбенең

6-cы синыф уҡыусыһы  Төлкөбаев Рәсүл

“Һарыҡай һабаҡ ала”

(Әкиәт)

      Борон заманда түгел, беҙҙең көндәрҙә, ҡаҙ бәпкәһе йәшәгән,ти.Уның атаһы, әсәһе, күмәк туғандары булған. Булат исемле хужаһы уларҙы көн дә тәмле ризыҡ менән һыйлаған, ауыл уртаһындағы быуаға ҡыуып килтергән. Быуала  улар һымаҡ ҡаҙ-өйрәк ғаиләләре күп булған, рәхәтләнеп йөҙгәндәр, сумғандар, үлән тамырын ашағандар.

        Берҙән-бер көндө, ҡаҙ бәпкәләре кинәнеп йөҙөп йөрөгәндә, көслө ел иҫеп ебәргән дә, ҡара болоттар ҡояшты ҡаплаған. Тирә-яҡ шомло ҡараңғылыҡҡа сумған. Йәшен уттары ялт-йолт иткән, күк күкрәгән. Ҡаҙҙар, ҡаңғылдашып, тиҙ генә бәпкәләрен йыйған, тыуған ихаталарына йүнәлгән. Хужалары, ҡаршы килеп, уларҙы ҡыуып алып ҡайтып киткән.

          Һарыҡай аҙашып тороп ҡалған. «Әсәй! Атай! Булат!» тип сипылдаған ул, тик күмәк ҡоштар араһында ғаиләһен таба алмаған.

             Ә ямғыр көсәйгәндән-көсәйгән, йәшен уттары ла ялт-йолт итеп, ҡамсыларын һелтәгән. Күшеккән ҡаҙ бәпкәһе үкһеп-үкһеп илаған.

           Шул саҡ ярҙа үҫеп ултырған Дегәнәк телгә килгән:

-Эй, кескәйем, кил минең ышығыма! Ямғыр күҙҙәренән йәшерәйем үҙеңде!

Бәпкә киң япраҡ аҫтына йәшенгән. Ҡоро һәм йылы икән дә бында! Арыған һәм асыҡҡан Һарыҡай йоҡлап киткән.

        Иртән күҙен асһа, көн салт аяҙ. Ҡояш көлә, зәңгәр күк йөҙө балҡый. Ҡоштар һайрай.

     -Эй, Дегәнәк, ҙур рәхмәт һиңә! Ҡайтайым, атай-әсәйемде, туғандарымды һағындым! Асыҡтым! – тигән Һарыҡай. Дегәнәк:

-Минең ышығымда ғына көт ғаиләңде, хәҙер улар үҙҙәре быуаға төшөр, — тигән. Әммә Һарыҡай, һағыныуына түҙә алмай, өйөнә ҡарай ҡуҙғалған. Тик өйө бөтөнләй икенсе яҡта булған шул. Һарыҡай, ят урамға килеп сыҡҡас, аптыраған, юғалып ҡалған. Таныш йәшел ҡапҡалы йортто эҙләгән, тик таба алмаған. Өҙөлөп-өҙөлөп сипылдаған. Аҙашҡан ҡаҙ бәпкәһен күреп ҡалған Һайыҫҡан:

-Бәпкә аҙашҡан! Бәпкә аҙашҡан! – тип яр һалған. Быны Ҡарға, Бесәй, Аҡбай ишетеп ҡалған. Ҡарға менән Бесәй, бәпкәне тотоп ашайбыҙ, тип, эй ҡыуанған. Ә Аҡбай, Һарыҡайҙы йәлләп, үҙенә урын тапмаған. Етмәһә, хужаһы уны тик сипләп кенә тотҡан.

     Һарыҡай янына Ҡарға осоп төшкән. Бәпкәне урап йөрөй башлаған. Үҙе эй тамшана, ти, суҡыштары шаҡ-шоҡ килә, ти. Быны күргән Аҡбай ярһып-ярһып өрә башлаған. Күршеһендә йәшәгән Аҡтүшкә хәбәр иткән. Аҡтүш, сабып килеп сығыу менән, хәлде аңлаған һәм ярҙамға ташланған: ҡарғаны ҡыуып ебәргән дә ҡайтып киткән. Һарыҡай, һаман ары-бире йүгергеләп, ғаиләһен эҙләгән.

       Был хәлде ҡойма башынан күҙәтеп ятҡан Бесәй ҡыуанған: Ҡарға осто, табыш уға ҡалды. Йәшел күҙҙәре ялт-йолт иткән, тырнаҡтарын алмаш-тилмәш ҡоймаға батырған. Төшөп, ергә һыланып ҡына, Һарыҡайға яҡынлай башлаған. Һарыҡайҙан күҙен алмаған Аҡбай тағы ярһып өрөп ебәргән. Бесәй, эттең сипле икәнен белгәс, ҡурҡып та ҡуймаған, һаман яҡынлауын белгән.

       Эттең ярһып өрөүенә, өйҙән Әлиә исемле матур ҡыҙ йүгереп сыҡҡан. Ул Булаттың класташы икән. Һарыҡайға ҡурҡыныс янауын тойған ҡыҙ, йүгереп килеп, бәпкәне ҡулына алған, күкрәгенә ҡыҫҡан. Ҡурҡыуынан ҡалтыранған бәпкәне йәлләп, илап ебәргән хатта.

       Шул саҡ урам осонда Булат күренгән. Ул:

-Һарыҡай! Һарыҡай! – тип , бәпкәне саҡыра, тирә-яҡҡа өмөт менән ҡарай, ти. Әлиәнең ҡулындағы бәпкәне күреп, ныҡ шатлана. Һарыҡай ҙа, хужаһының тауышын танып, нығыраҡ сипылдай башлай.

          Әлиә бәпкәне Булатҡа тоттора. Һарыҡай, тынысланып, хужаһының ҡулдарында йоҡлап китә. Төшөндә  Ҡарға менән Бесәйҙе күреп, тертләй. Ә инде күҙ алдына япрағын һуҙып тороусы Дегәнәк, Аҡбай, Аҡтүш, Әлиә килһә, тыныс ҡына сипылдап, йылмайып ҡуя.  

           Кескәй генә Һарыҡай ҙур тормош һабағы ала: кемдер бәхетһеҙлеккә осраһа ла, ярҙам ҡулын һуҙыусылар ҙа, насарлыҡ ҡылыусылар ҙа табыла икән. Үҙен бик бәхетле һанай, сөнки изгелек ҡылыусылар күберәк булыуын аңлай. Үҙе лә башҡаларға тик яҡшылыҡ эшләргә һүҙ бирә.

Приём заявлений в первый класс

По вопросам приема в первый класс работает телефон "горячей линии" с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
Телефон "горячей линии" 8(34791)61486

«Телефон доверия»

Прием обращений граждан по "телефону доверия" осуществляется с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
"Телефон доверия" 8(34791)61486