Home » Рубрики » Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы шиғыр йәки прозанан өҙөк һөйләү буйынса видеоконкурс ойошторғайны. Был конкурста барыһы 3 йәштән алып 71 йәшкә тиклем Санкт-Петербург, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Бөрйән, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Белорет, Учалы, Ғафури, Мәсетле, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Архангель, Хәйбулла, Йылайыр һ.б. райондарыбыҙҙан 257 милләттәштәребеҙ ҡатнашты.Улар илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоларын, фашизмды еңеп сыҡҡан олатайҙарыбыҙға, Бөйөк Ватан һуғышын үҙ әҫәрҙәрендә күңелдәргә үтеп инерлек итеп еткереүсе башҡорт, татар, рус шағирҙарының ижадына ихтирамдарын күрһәттеләр. 
Конкурсанттар Башҡортостандың халыҡ шағирҙары әҫәрҙәрен лайыҡлы рәүештә тәҡдим иттеләр. 
Мәртәбәле конкурста Учалы районы уҡыусылары һәм уҡытыусылары юғары әүҙемлек күрһәтеп ҡатнаштылар һәм еңеү яуланылар. 
Озерный урта мәктәбенән 6-сы класс уҡыусыһы Ҡотоева Алһыу ( 1 урын, Р.Назаровтың «Билдәһеҙ һалдат»шиғыры), 6-сы класс уҡыусыһы Ҡотоева Лидиә ( 3 урын , В.Маркованың «Геройҙар үлмәйҙәр»шиғыры), 5 класс уҡыусыһы Ғибаҙуллина Руфина ( 1 урын, М.Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»повесы). Уларҙың етәксеһе – Озёрный урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғибаҙуллина Зилә Рим ҡыҙы. 
7-се Миндәк урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Хәлиуллина Ләйсән Р.Ғариповтың «Яндырылған хаттар»шиғыры һөйләп 1 урын яуланы. 
Шулай уҡ был конкурста башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла – 5-се урта мәктәбенән Ғайсина Мәнсиә Мәхәмәт ҡыҙы ( 2 урын, Р.Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары»шиғыры) һәм Озёрный урта мәктәбенән Ғибаҙуллина Зилә Рим ҡыҙы ( 1 урын, Р.Хажиевтың «Дан һеҙгә, апайҙарым»шиғыры) ҡатнаштылар һәм юғары баһаларға лайыҡ булдылар! 
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Афарин!

Приём заявлений в первый класс

По вопросам приема в первый класс работает телефон "горячей линии" с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
Телефон "горячей линии" 8(34791)61486

«Телефон доверия»

Прием обращений граждан по "телефону доверия" осуществляется с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
"Телефон доверия" 8(34791)61486