Уҡығандың теле икәү.
Уҡыу — белем шишмәһе.
Белеме барҙың — ҡәҙере бар.
Шул девиз аҫтында 1-се башҡорт лицейында халҡыбыҙҙың бөйөк әҙибәһе Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның ижадына арналған китап уҡыусылар конференцияһы уҙғарылды. Ғүмәрова Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы китап һөйөүсе уҡыусылары менән фәһемле лә, мауыҡтырғыс та әңгәмә ойошторҙо. Зәйнәп апайҙың автобиографик характерҙа яҙылған әҫәре аша уҡыусылар тормош ҡиммәттәрен аңларға өлгәшкән, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.