Home » Рубрики » БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ОНЛАЙН ДИКТАНТ

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ОНЛАЙН ДИКТАНТ

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 2020 йылдың 25 апрелендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — 2020” акцияһын үткәрәсәк.

Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.
2020 йылдың 25 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә», «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 11:55-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.00-нән сәғәт 12.20-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала.

Эштәр 2020 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғ. тиклем https://bashkdictant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша, bashkdiktant2020@mail.ru электрон почтаһына, +7 (927) 950-02-66 Whatsapp мессенджер номерына ҡабул ителә!

АКЦИЯНАН СИТТӘ ҠАЛМА! БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ОНЛАЙН ДИКТАНТҠА ҠУШЫЛ!

Приём заявлений в первый класс

По вопросам приема в первый класс работает телефон "горячей линии" с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
Телефон "горячей линии" 8(34791)61486

«Телефон доверия»

Прием обращений граждан по "телефону доверия" осуществляется с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
"Телефон доверия" 8(34791)61486