Home » Рубрики » Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә онлайн дәрестәр

Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә онлайн дәрестәр

  Бөгөн бик мәртәбәле көн. 17 апрель — Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө. Шул байрам айҡанлы Сәфәр мәктәбенең 5,6,7,9-сы класс уҡыусылары өсөн онлайн мәҙәниәт дәрестәре үткәрелде. Улар «“Кейемең килбәтле булһа, үҙең һиммәтле булырһың” девизы аҫтында барҙы. 2020 йылда үтергә тейешле Фольклориада байрамы тарихына ла ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелде. Милли кейем — һәр халыҡтың йөҙө икәнлеге тураһында бәйән ителде. Ир һәм ҡатын-ҡыҙ кейемен өлөшләтә өйрәнеү үткәрелде. Бигерәк тә, сарыҡ аяҡ кейеме тураһында бай презентация тәҡдим ителде. Һөйләгәндәр уҡыусыларҙың күңеленә ятҡандыр, тип ышанабыҙ.
Халҡым тарихын һаҡлайыҡ,
Ҡиммәттәрен аңлайыҡ!
Милли кейемдәр мираҫын
Һис ҡасан юғалтмайыҡ!

Приём заявлений в первый класс

По вопросам приема в первый класс работает телефон "горячей линии" с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
Телефон "горячей линии" 8(34791)61486

«Телефон доверия»

Прием обращений граждан по "телефону доверия" осуществляется с понедельника по пятницу с 08:00 до 17:00, за исключением выходных и праздничных дней.
"Телефон доверия" 8(34791)61486