Учалы мәғариф бүлеге исеменән һеҙее күркәм байрам-һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ата-әсәләрегеҙ, уҡытыусыларығыҙ,яҡын дуҫтарығыҙ ,класташтарығыҙ менән үткән бәхетле,күңелле мәктәп йылдары артта ҡалды. Һеҙҙе алда тәүге һынауҙар-имтихандар көтә. Киләсәктә 11 йыл парта артында алған белемдәрегеҙ менән имтихандарҙы уңышлы тапшырып һәр берегеҙҙең уй-хыяылдарының томошҡа ашыуын теләйем. Тыуған илебеҙҙең ҡайһы төбәгендә генә булһағыҙ ҙа , һеҙҙе бөгөн үҙ ҡанаты аҫтынан сығарған Учалы ҡалаһы 3-сө лицейы уҡытыусылары, яҡындарығыҙ ,мәктәп йылдарында алған белемдәрегеҙ һеҙгә ныҡлы терәк буласаҡ. Мәктәптә һеҙҙең өсөн һуңғы тапҡыр яңғыраған ҡыңғырау һөнәри уҡыу йорттарында күп тапҡырҙар яңғыраясаҡ. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, имтихандарҙа уңыштар юлдаш булһын. Аҡ юл һеҙгә!