Бөгөн, 12 февраль көнө,   Учалы ҡалаһының 1-се башҡорт лицейында башҡорт халҡының бөйөк шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған флешмоб үткәрелде. Сараны Фәтҡуллина Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы 4-се класс уҡыусылары менән берлектә әҙерләне. Рәми Ғариповтың көслө рухлы шиғырҙары уҡыусыларға ҡеүәт, дәрт,туған телде өйрәнергә ҙур ынтылыш хистәре уятты.