Билдә ле булыуынса 18 май  көнө 10.00.сәғәттә Учалы ҡалаһының 1-се һанлы башҡорт лицейы       ( Мортазин урамы, 20) бинаһында  һәм   районыбыҙҙың  20 мәктәбендә “Башҡорт телендә һөйләшәм , башҡорт телендә яҙам”  девизы аҫтында халыҡ-ара  диктант яҙыу ойошторола.  Диктантты уҡып яҙҙырыусылар  менән танышыуҙы дауам итәбеҙ.  Учалы ҡалаһының  5-се  һанлы   мәктәбенең юғары категориялы  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Булат ҡыҙы Әбшәһитова.