11 -се тапҡыр  балалар  өсөн  ойошторолған “Лукоморье-2020” әҙәби конкурсында быйыл республиканың 43 районынан һәм 10 ҡалаһынан 256 уҡыусы ҡатнашты. Был мәртәбәле конкурсҡа Озёрный урта  мәктәбенең 8–се синыф  уҡыусыһы Хужина Эльвира  үҙенең “Заһир менән Һороҡай” исемле әкиәтен ебәреп, II урын яуланы (етәксеһе Озерный урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Ғибаҙуллина З.Р.).Уның әкиәте Башҡортостан яҙыусылар союзы тарафынан «Бала сағым әкиәттәре» китабына баҫтырыласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм  киләсәктә лә яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!