14 май көнө Комсомол урта мәктәбе базаһында Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы һәм Комсомол урта мәктәбе тарафынан ойошторолған Башҡорт теле йылына арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Конференцияла Силәбе, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты, Мәғариф министрлығы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре ҡатнашты. Башҡорт телен һаҡлау һәм артабан үҫтереү буйынса юғары кимәлдәге осрашыу башҡорт теле уҡытыусыларының һәм тел өлкәһе ғалимдары менән эшлекле аралашыуы рух күтәренкелеген күрһәтте, дәрт- дарман өҫтәне. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты ректоры А. В. Йәнгировтын, Мәғариф һәм фән министрлығы милли мәғариф бүлеге начальнигы Р. Р. Сәфиуллинанын, Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Л. М. Хөсәйенованын, Һамар өлкәһенән Р. Г. Харасованың, Силәбе өлкәһенән К. Д. Мортазиндын, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Э. Ф. Рәхимованың, Ҡурған өлкәһенән Ж. Ф. Садиҡовтың сығыштарында башҡорт телен уҡытыу, үҫтереү йүнәлешендә проблемаларзы хәл итеү юлдары өйрәнелде.