Бөгөн,4 март көнө, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт ала.Конкурс быйыл 26-сы тапҡыр ойошторола һәм еңеүсе исеменә 53 уҡытыусы дәғүә итә. Уларҙың алтыһы күрше – Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән.
Бәйгенең онлайн асыу тантанаһын 4 мартта 10 сәғәттә түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://youtu.be/qDDVMgo052E

Учалы районынан Озерный урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Рим ҡыҙы Ғибаҙуллина быйылғы конкурста һынау тота. Зилә Рим ҡыҙына һәм конкурсанттарҙың барыһына ла уңыштар, сәм, илһам, дәрт теләйбеҙ!